22 июнь...

  Теүәл 80 йыл элек, 1941 йылдың 22 июне таңында - сәғәт 4-тә фашистик Германия һәм уның союзсылары һуғыш иғлан итмәйенсә Советтар Союзына һөжүм итә.

  Бөйөк Ватан һуғышы башлана.

  Шуға күрә бөгөн илебеҙ тарихында иң ҡара дата билдәләнә.

  Тыуған илебеҙ тыныслығы өсөн ҡан ҡойған, үҙҙәрен аямай көрәшкән һуғыш һәм тыл ветерандарын оноторға тейеш түгелбеҙ.

  Китап уҡыусыларға һуғыш һәм Еңеү тураһында  нәшриәттә сыҡҡан баҫмаларҙы тәҡдим итәбеҙ. Тарих та, тормош та, дошманға ҡаршы көрәшеүселәрҙең йәшәйеше лә, меңәрләгән, миллионлаған яҙмыштар ҙа һүрәтләнгән был китаптарҙың һәр битендә...

  Тиҫтәләгән йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, бөгөнгө бәхетле һәм тыныс тормош өсөн көрәшкән, үҙҙәрен ҡорбан иткән батыр һалдаттар һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә...
22.06.2021

Возврат к списку