9 май - Еңеү көнө!

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары, ватандаштар, дуҫтар!

9 МАЙ - илебеҙ тарихында Бөйөк Еңеү көнө. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте Һеҙҙе ошо Оло байрам менән ихлас күңелдән тәбрикләй.

Атай-олатайҙарыбыҙ бер төптән булып, үҙҙәрен аямай Тыуған илебеҙҙе һаҡлап алып ҡалғанын, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн тылда көн-төн арыу-талыу белмәй бар көсөн һалғанын онотмайбыҙ...

Киләсәктә илебеҙ күге аяҙ, рухыбыҙ ныҡ, именлек һәм үҙ-ара теләктәшлек, берҙәмлек булһын, тормоштан ҡәнәғәтлек кисереп йәшәргә яҙһын!
09.05.2022

Возврат к списку