"Солоҡсолоҡ һәм башҡа халыҡ кәсептәре"

Тәжрибәле ҡортсо, бөрйән ҡортона бағышланған туҡһандан ашыу ғилми хеҙмәте булған, ауыл хужалығы фәндәре докторы Әғләм Яҡуп улы Шәриповтың был йыйынтығы башҡорт халҡының боронғо кәсептәре менән балаларҙы таныштырыу өсөн, уларҙы һаҡлап, киләһе быуындарға еткереү маҡсатында нәшер ителде.

В книге представлены сведения о бортевом пчеловодстве как о древнем народном промысле бурзянских башкир. Кратко описаны другие ремесла, тесно связанные с бортничеством: кузнечное дело, углежжение, плетение из лыка, выделка кожи, сидка дегтя, добыча смолы, изготовление хозяйственной утвари; охоты. Издание предназначено для широкого круга читателей. Для детей будет полезным в плане изучения промыслов предков.
14.09.2022

Ғафуриға барабыҙ!

16 сентябрь сәғәт 12:00-дә Ғафури районының Красноусол ауылында Коммунистик урам, 14/1 һанлы йортта урынлашҡан Мәҙәниәт һарайында КИТАП байрамы уҙа..

Был сарала Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте күргәҙмә-йәрминкә менән ҡатнаша. Бында балалар өсөн сағыу баҫмалар, тыуған яҡтың, аҫаба халыҡтарҙың йәшәйешен сағылдырған, популяр һәм классик әҫәрҙәр менән танышырға була. Йәнегеҙ теләгән китаптарҙы алырға мөмкинлек бар.

Рәхим итегеҙ!
14.09.2022

Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейы айҡанлы конференция булды

Күренекле башҡорт яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейы айҡанлы үткәрелгән конференцияла төрлө өлкәлә эшләгән әҙәбиәткә ғашиҡ, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының ижадын хөрмәт итеүселәр йыйылды. "Торатау" конгресс-холы авторҙың шатлығын уртаҡлашырға теләгән яғымлы йөҙҙәрҙең йылмайыуынан нурға күмелде.

Бөгөнгө сара - ысын мәғәнәһендә ижадсы һәм китап байрамы. Республика етәкселегенең баҫма әҙәбиәткә, ҡәләм оҫтаһына иғтибары һөйөндөрҙө.
13.09.2022

Приглашаем на фестиваль "Читай 365"

15 сентября 2022 года в 16.00 ч. на пешеходной аллее по ул.Ленина у Национальной библиотеки им. А.-З. Валиди РБ состоится фестиваль чтения и знаний "Читай 365"!

Башкирское издательство "Китап" имени Зайнаб Биишевой на фестивале организует презентации трех новинок.

Запланирована выставка-ярмарка книжной продукции нашего издательства.

Приглашаем всех желающих на фестиваль, который объединит на одной площадке книголюбов и авторов, и конечно же - книг. Будет возможность получить автографы от авторов изданий.
13.09.2022

Новинка

Вышла в свет книга кандидата исторических наук Рамиля Насибулловича Рахимова "История тептярских конных полков".
Книга рассчитана на специалистов-историков, военных, краеведов, а также всех интересующихся военной историей России и Башкортостана.
12.09.2022

Уҡыу баҫмалары

Э. Ғ. Ҡасимова һәм Д. Р. Баклееваларҙың "Балаларҙың фонетик-фонематик телмәр кәмселеген бөтөрөү өҫтөндә логопедик эш программаһы" һәм Э. Ф. Рәхимова, Г. Р. Баева, Ә. Й. Нуриеваларҙың "Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы" нәшер ителде.

12.09.2022

Әҙибәнең юбилейына ҡарата

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте ошо матур сарала ҡатнашып, яҙыусының ижадына ғашиҡ замандаштарыбыҙға күренекле башҡорт яҙыусыһының, популяр авторҙың, һоҡланғыс ҡәләм оҫтаһының ижад емештәрен - баһалап бөткөһөҙ китаптарын тәҡдим итәсәк.
08.09.2022

"Икебеҙ өсөн дә яраттым"

Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева - бөгөнгө көндә популяр авторҙарҙың береһе. Уның ижады халыҡсан, ябай, ихлас булыуы, шул уҡ ваҡытта көнүҙәк мәсьәләләрҙе, һәр китап уҡыусыға яҡшы таныш темаларҙы йөрәктәргә үтеп инерлек итеп асыуы, ҡәҙимге тормоштағы ваҡиғаларҙы кинокартина рәүешендә күҙ алдында килтереүе менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе хайран ҡалдыра. Иң нескә ҡылдарҙы тартып, кешенең башҡалар алдында асылмай торған тойғоларын тышҡа сығара.

Шатландыра, моңландыра, уйландыра, яраттыра, һыҙландыра, илата...

Ҡәләм оҫтаһының "Икебеҙ өсөн дә яраттым" исемле баҫмаһына "Яҙҙан көҙгә тиклем" исемле повесы һәм хикәйәләре индерелде.
06.09.2022

Тулҡынландырғыс ижад

Баҫмала ҡыҫҡа хикәйәләр тупланған. Һәр әҫәре күләме яғынан йыйнаҡ, ә үҙ эсенә мөһим мәсьәләләрҙе, күп темаларҙы, йөкмәткеле ваҡиғаларҙы һыйҙырған. Һәр ижад емеше еңел уҡыла - мауыҡтыра, тулҡынландыра, уйландыра һәм уҡыусының күңеленә үтеп инеп, илата ла.
04.09.2022

"Китап" Стәрлетамаҡта

Стәрлетамаҡ ҡалаһында "АРТ-КНИГО-ФЕСТ - 2022" - китап байрамы булды. Фестиваль бишенсе йыл рәттән үтә. Сарала төрлө уйындар, шиғыр конкурстары, ярыштар ойошторолған.

"Салауат" кинотеатры янына килеп, беҙҙең өр-яңы китаптар, классик әҙәбиәт, балалар өсөн матур һәм зауыҡлы баҫмалар менән танышып, күңеленә ятҡан китапты һайлап ала ҡалала йәшәүселәр һәм уның ҡунаҡтары.
02.09.2022