«Ҡағанат вариҫтары» - «Йәшлек» гәзитендә «Йыл китабы - 2021»!

Үткән йыл Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте өсөн бик емешле булды – бик күп яңы китаптар донъя күрҙе һәм улар уҡыусылар тарафынан ҙур ихласлыҡ менән ҡабул ителде.
Ошо баҫмалар араһынан Спартак Ильясовтың «Ҡағанат вариҫтары» исемле китабы “Йәшлек” гәзите тарафынан йыл китабы тип билдәләнде.

Авторҙың был тарихи романында боронғо башҡорттарҙың эшен дауам иткән замана вариҫтарының тормошо, көнкүреше, азатлыҡ өсөн көрәше һүрәтләнә. Яҙыусы ваҡиғалар барышында ер-һыуҙы, тау-урманды, халыҡтарҙы, шул замандағы атамаларҙы документаль исемдәре менән биреп, уҡыусыла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Яҙыусы романда хәҙерге башҡорт телендә һирәк ҡулланылған бик күп, боронғо һүҙ, атама, синоним, антонимдарҙы индереп, телебеҙҙең байлығын, фекер тәрәнлеген күрһәтә. Сюжет һыҙығы ла уҡыусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы.
11.01.2022

Возврат к списку