«Һаумы, һаумы, әкиәт!»
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан 2021 йылдың 5 апреленән 19 майынаса «Һаумы, һаумы, әкиәт!»донъя халыҡтары әкиәттәрен йәш башҡарыусылар төбәк-ара конкурсы иғлан ителгәйне. Ул VI Бөтә донъя фольклориадаһына арналды.
5 – 26 апрелдә Конкурстың беренсе этабы үтте. Унда республикабыҙҙан һәм күрше төбәктәрҙән (Татарстан Республикаһынан, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Перьм өлкәләренән) мәктәп, өҫтәмә белем биреү ойошмаларынан 1-4 класс уҡыусыларының 347 эше ҡабул ителде.
19 майҙа онлайн форматта Конкурстың икенсе этабы үтте.
1 июнь иртәнге сәғт 9:00 – ҙа Яҡутов исемендәге паркта Конкурстың йомғаҡлау өлөшө үткәреләсәк.
Сарала Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте китап күргәҙмәһе менән ҡатнашасаҡ. Унда башҡорт телендә нәшер ителгән әҙәби баҫмалар, уҡыу-методик ҡулланмалары һәм балалар әҙәбиәте һатыуға сығарыласаҡ. Рәхим итегеҙ!

31.05.2021