"Һаумы, һаумы, әкиәт!" 2022

"Торатау" Конгресс-Холлында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторолған ер йөҙөндә йәшәгән халыҡтарҙың әкиәтен Башҡортостан халыҡтарының туған телендә һөйләүсе балаларҙың "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы булды. Сара бик күңелле, күтәренке рухта, балаларҙың шат тауышы, йыр-моң оҙатылыуында үтте.
Бәләкәстәрҙе Эльвира Айытҡолова, Фирҙәт Ғәлиев, яҙыусы Сәрүәр Сурина, шағирә Лариса Абдуллина һ.б. тәбрикләне һәм еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырҙы.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте әкиәтсе ҡыҙ һәм малайҙарға балалар әҙәбиәтен тәҡдим итте.
10.06.2022

Возврат к списку