“Һайланма әҫәрҙәр” донъя күрҙе

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте   күренекле яҙыусы Аҫылғужа Баһумановтың “Һайланма әҫәрҙәр” китабының  I  томын тәҡдим итә.

  Билдәле яҙыусының “Һайланма әҫәрҙәр” е авторҙың тыуыуына 75 йыл тулыу уңайы менән нәшер ителә. I томға   “Салауаттың йәше” романы ингән.

  Бында һүҙ Салауаттың йәше тураһында  ғына бармай, халыҡ йәше, милләт йәше, башҡорт күтәрелештәренең йәше хаҡында ла бара.  

  Романда киң эпик полотнола XVIII  быуат аҙағындағы башҡорт халҡының тормошо, милли азатлыҡ хәрәкәте  күрһәтелә.

  Автор Салауаттың йәштән үк төплө уй-фекерле, һәр нәмәгә, бигерәк тә ер, халыҡ,  ихтилалдар, батырҙар шәхесенә ҡағылған  мәсьәләләргә   етди ҡарашлы булып үҫеүен ентекле, эҙмә-эҙ һүрәтләй.

  Роман үҙенең тел байлығы менән дә айырылып тора. Бында һүҙлектәргә инмәгән байтаҡ ҡына ят һүҙҙәрҙе тап итергә мөмкин.  Башҡорт еренең рухи һәм мәҙәни байлығынан тыш тәбиғәт байлыҡтары тураһында мәғлүмәт  һәм этнографик материалдар күп.

  Китапты нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!
01.12.2020

Возврат к списку