Әҙәбиәт һөйөүселәр, беҙҙең дуҫтарыбыҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2-се һанлы йортта урынлашҡан магазиныбыҙ 9 ғинуарға тиклем иртәнге 10:00-дән киске 18:00 сәғәткә тиклем төшкө
тәнәфесһеҙ эшләй. 10 ғинуарҙан ғәҙәттәге эш ваҡыты була: 9:00 - 20:00.

Бында Һеҙҙе нәшриәттә донъя күргән, төрлө йәштәге китап уҡыусыларға тәғәйенләнгән, күп төрлө йүнәлештәге баҫма һәм электрон әҙәбиәттән тыш, республикабыҙ журналдары, тыуған яҡты, милли үҙенсәлекте сағылдырған сувенирҙар, магниттар; байрамдарға, тыуған көндәргә, юбилейҙарға асылмалар, саҡырыу ҡағыҙҙары, канцелярия тауарҙары һәм әлбиттә яҡшы кәйеф көтә.

Рәхим итегеҙ!
07.01.2022

Возврат к списку