Әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн ҡыуаныслы хәбәр

  28 апрель 15::00 сәғәттә Гоголь урамы 28/1 адресы буйынса урынлашҡан Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы бинаһында күренекле прозаик, драматург һәм публицист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы ТАҢСУЛПАН ҒАРИПОВАНЫҢ очерктары һәм һүрәтләмәләре геройҙары менән осрашыу кисәһе була.

  Таңсулпан ҒАРИПОВА ижады бай телле һәм үҙенсәлекле. Яҙыусының "Ҡарлуғастар" исемле китабы балаларға матур бүләк. "Бөйрәкәй" роман-эпопеяһы менән республикабыҙҙан ситтә лә яҡшы таныштар. Таңсулпан Ғарипованың "Әҫәрҙәр" исемле күп томлыҡ баҫмаһында яҙыусының повестары, хикәйәләре, пьесалары, драмалары, очерктары, ижади портреттары, әңгәмәләре һәм мәҡәләләре тупланған.

  Авторҙың ижады менән яҡындан таныш булған китап уҡыусылар өсөн әҙәби кисәгә килеп, яҙыусының үҙе менән бергә ул һүрәтләгән геройҙарҙы күреп, әңгәмәлә ҡатнашыу, авторҙан автограф алыу, ижадсы - уҡыусы араһындағы күҙгә күренмәҫ ептәрҙең ниндәй дәрәжәлә ҡыҙыҡ һәм һоҡландырғыс икәненә шаһит булыу - үҙе бер күңел байрамы булыр.
Сараға рәхим итегеҙ!!!
28.04.2021

Возврат к списку