Әҙәбиәттә башҡорт тарихы


  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте  билдәле яҙыусы, БАССР-ҙың  һәм РСФСР-ҙың  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Ғәли Ибраһимовтың “Кинйә” романын тәҡдим итә.

  Ғ. Ибраһимовтың “Кинйә” тарихи романы XVIII быуаттағы  тарихи ваҡиғаларҙы һүрәтләүгә арналған. Автор Пугачев етәкселе¬гендәге ихтилалға ҡағылышлы архив материалдарын өйрәнеп, ундағы ваҡиғаларҙың тулы  картинаһын тыуҙырырға тырыша.

  “Кинйә” тарихи романында Ғ. Ибраһимов Кинйә Арыҫланов образын тулыһынса һынландырыуҙы  маҡсат итеп ҡуя. Роман өс китаптан  тора. Беренсе китап  “Тапалған йәйләү” тип аталып, 1735 йылдан 1756 йылғаса дәүерҙе үҙ эсенә ала һәм Кинйәнең йәш сағы, ул йәшәгән осор тасуирлана. Икенсе  китап  “Ил ағаһы” исемендә  башҡорттарҙың Рәсәй ар¬мия¬һы составында Пруссияға ҡаршы һуғышта ҡатнашыуы (1756 – 1762 йылдар) һәм  Пугачев етәк¬се¬легендәге Крәҫтиәндәр ихтилалы баш¬ланыуы ваҡиғаларын һүрәтләй. Өсөнсө китапта 1773 – 1975 йылдарҙағы хәл-ваҡиғалар тасуирланып, бында Кинйәнең  баш күтәреүселәр хәрәкәтендә төп юлбашсыларҙың береһенә әүере¬леүе, Пугачевтың тоғро яуҙашы дәрәжәһенә күтәрелеүе яҡтыртыла.

  Әҫәрҙә документаль-тарихи  материалдар бай һәм төрлө яҡлы, тарихи шәхестәр, уларҙың яҙмышы, эшмәкәрлеге  киң сағылыш таба.
Ундағы  хәл-ваҡиғаларҙы автор шундай еңел һәм мауыҡтырғыс итеп уҡыусыларға еткерә.

  Башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күргән “Кинйә” романын нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин.
02.02.2021

Возврат к списку