
Ҡәҙерле дуҫтар, Әсәйҙәр!
Әсәйҙәр көнө менән бар йөрәктән тәбрик итәбеҙ! Күңел йылыһын биреп, төн йоҡоларын йәлләмәй, бәпләп, һөйөп, ҡәҙерләп, ҡалҡан булып, тәрбиәләп үҫтергән балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә, уларҙың уңыштарына ҡыуанып, бәхетле, һау-сәләмәт, шат һәм кәрәкле кеше булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын! Йөрәгегеҙҙә әсә мөхәббәте, йөҙөгөҙҙә ихлас йылмайыу, күңелегеҙҙә тыныслыҡ, өҫтәлегеҙҙә һәр саҡ йылы аш булһын!
Беҙ һеҙҙе ЯРАТАБЫҘ!
Беҙ һеҙҙе ЯРАТАБЫҘ!
27.11.2022