Ҡәҙим Аралбайҙың "Тамырҙар һәм олон" йыйынтығы

Башҡортостандың халыҡ шағиры, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбайҙың "Тамырҙар һәм олон" исемле баҫмаһы донъя күрҙе. Был китапта авторҙың илле биш йыл буйына яҙған публицистикаһының бер өлөшө һәм бер нисә хикәйәһе ингән.

Шәйехзада Бабич, Зәйнәб Биишева, Назар Нәжми, Ғәли Ибраһимов, Рауил Бикбаев, Таңсулпан Ғарипова һәм башҡа күренекле шәхестәр тураһында ижади портреттар, мәҡәләләр, иҫтәлектәр, шулай уҡ ғилми яҙмалар, хикәйәләр ошо баҫманы ҡулына алған һәр уҡыусы өсөн яңылыҡ булыр.

Ҡәҙим Аралбайҙың "Тамырҙар һәм
олон" китабы беҙҙең магазинда. Рәхим итегеҙ!
12.08.2021

Возврат к списку