“Ҡиммәтле кейәү”

  Ҡасан аяуһыҙ ҡыҙҙырған йәйҙе тиҙ арала  илаҡ һәм  ҡырыҫ көҙ алмаштырҙы ла ҡуйҙы. Бер көн һалҡын көндәре менән өшөтһә, иртәгеһен ямғырҙар туҡтамай яуыуын көт тә тор.

  Тик кешеләргә генә көйһөҙләнергә һис кенә ваҡыт юҡ – һәр кем үҙ мәшәҡәтенә, йәшәйешенә сумған. Тап ошо, ямғырлы  көндәрҙә күңелдәрҙе  күтәрерлек сираттағы өр-яңы баҫманы тәҡдим итәбеҙ – яҙыусы  Нәжиә Игеҙйәнованың  “Ҡиммәтле кейәү” исемле китабы ул.

  Автор  был сатирик һәм юмористик  хикәйәләр  йыйынтығында  йәмғиәттәге йәмһеҙ күренештәрҙе, кешеләрҙәге етешһеҙлектәрҙе фашлай. Фәһемле, фәлсәфәле  һәм көлкөлө әҫәрҙәрендә  кешеләрҙең мәғәнәһеҙ һәм тәрбиәһеҙ ҡәлебенә таянып тәнҡитләй. Баҫмала  урын алған әҫәрҙәр көлдөрөп кенә ҡалмай, уйланырға ла мәжбүр итә.

  Китап  ошо көндәрҙә нәшриәт магазиндарына һатыуға сыҡты. Шулай уҡ сайт аша заказ менән дә алдырырға мөмкин.

  Илаҡ көҙҙөң көндәренә ҡарап күңелһеҙләнеп ултырмағыҙ. Тиҙерәк “Ҡиммәтле кейәү” ҙе  алдырып уҡығыҙ, көлөгөҙ, кәйефтәрегеҙҙе күтәрегеҙ!
15.09.2021

Возврат к списку