"Китап" нәшриәте - яҙыусылар форумында

Бөгөн Өфөлә "XXI быуат яҙыусыһы" тип аталған төбәк-ара форум башланды. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығының Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм республикала йәшәгән башҡа халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн бүленгән аҡсаға һәм Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында уҙғарыла.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте лә форумда ҡатнаша.

Форум ике көн дауамында була. Уның сиктәрендә  төрлө йүнәлештәр: әҙәби тәнҡит, балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте, китап баҫыу эше, драматургия буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм бәхәс майҙансыҡтары буласаҡ.

Кискә "Башҡортостан" киностудияһы" "Шағир көндәлеге" фильмын төшөрөү барышының презентацияһын тәҡдим итә. Яҙыусылар берлегенең яңы ағзаларына танытмалар тапшырыу көтөлә.
27.05.2021

Возврат к списку