Һүҙлектәр донъяһына рәхим итегеҙ!

  Белеүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа   сит  телдәрҙе өйрәнеү   популярлаша ғына бара.  Республикабыҙ уҡыу йорттарында  башҡорт теле менән бер рәттән  инглиз теле буйынса  төркөмдәр оҙаҡ йылдар дауамында күпләгән белгестәр әҙерләп сығарҙы. Уларҙың күптәре республикабыҙ һәм күрше төбәктәрҙә уңышлы эшләп киләләр.  Сит илдәрҙә белемдәрен камиллаштырып, тыуған илебеҙҙә ошо традицияны дауам итеүселәр ҙә бихисап. Беребеҙгә лә сер түгел, сит телдәр  бүлектәрендә  инглиз теле рус теле аша уҡытыла. Бындай практика, әлбиттә, инглиз телен өйрәнеүсе башҡорт балаларына һәм студенттарға төплө белем алырға ҡамасаулай.

  Үрҙә әйтелгәндәрҙең  барыһын да ябайлаштырыу, инглиз телен  еңелерәк үҙләштереү  маҡсатында ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Мирхәт Хәсәнов авторлығында  түбәндәге һүҙлектәр донъя күрҙе:

  Башҡортса-инглизсә һүҙлек.

  Һүҙлеккә йәнле телмәрҙә  һәм әҙәби телдә, төрлө фән өлкәләрендә  ҡулланылған 20 меңгә яҡын һүҙ һәм һүҙбәйләнеш индерелде.  

  Инглизсә - башҡортса -русса һүҙлек.

  Һүҙлеккә  мәктәп дәреслектәрендә, факультатив дәрестәрҙә һәм инглиз телендә  булған башҡа фәнни-популяр һәм әҙәби  әҫәрҙәрҙә осраған  яҡынса 7000 һүҙҙе тәшкил итә.

  Һүҙлектәр  дөйөм белем биреү  һәм һөнәри уҡыу йорттары уҡыусыларына, юғары уҡыу йорттары студенттарына, шулай уҡ инглиз телен өйрәнеүселәргә тәғәйенләнә.

  Китаптар нәшриәттең магазиндарына һатыуға сығарылды. Рәхим итегеҙ!
05.11.2020

Возврат к списку