Әлмәт дуҫтарын йыйҙы (дауамы)

  Алдан яҙып үтеүебеҙсә, күрше республикалағы Әлмәттә нефтселәр һәм ҡала көнө бик матур үтте. Концерт, уйын-көлкө, балалар һәм өлкәндәр өсөн мастер- кластар, дискуссион клубтар бик әүҙем барҙы. Шул уҡ ваҡытта һатыу нөктәләре менән бер рәттән китап баҙары ла гөрләп торҙо. Бында татар теленә ҙур иғтибар бирелә - ҡала урамдарында күпселек үҙ телдәрендә аралашалар.

    Беҙҙең нәшриәттә донъя күргән балалар әҙәбиәте, шулай уҡ рус һәм башҡорт телдәрендә сыҡҡан «Хәйләкәр төлкө» (төҙ Зәйтүнова Р. М.) китабын тиҙ арала алып бөттөләр. Дилбәр Булатованың «Һуң түгел» (Сон түгел), Гөлнур Яҡупованың  «Куперҙәр» (Куперләр) «Уралдың матурлығы һәм серҙәре» (Красота и тайны Урала), рус телендә сыҡҡан тарихи баҫмалар, «Урал батыр » эпосы, Индуса Арсланованың «Башҡортостан халыҡтары аш-һыуы» (Кухня народов Башкортостана) кеүек китаптарҙы ихлас һатып алдылар. Сайт һәм почта аша заказ эшләргә теләүҙәрен белдерҙеләр. Байрам тамамланып,ҡайтырға йыйынғанда ла килеп,үҙҙәренә кәрәкле әҙәбиәтте һораусылар күп булды. Ҡыҫҡаһы, әлмәттәр беҙҙең китаптарҙан ҡәнәғәт ҡалһа, беҙ уларҙың ихласлығына ҡыуанып , байрам тамамланыуға Башҡортостанға кире юл алдыҡ.

07.09.2020

Возврат к списку