Ғүмерҙең матур миҙгеле

   Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тәржемәсе, В. Исхаҡов исемендәге әҙәби һәм М. Аҡмулла исемендәге журналистар премиялары лауреаты, республикабыҙҙың һәм Татарстан Республикаһының миҙалдары менән бүләкләнгән Динә  Мырҙаҡаева бөгөн үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Динә Ғәйнелбаян ҡыҙы нәшриәттә 40 йыллап эшләү дәүерендә бурыстарын яуаплы башҡарыуы, йәштәргә остаз һәм өлгө булыуы менән айырылып торҙо.

  Юбилярҙы оло ғүмер байрамы  менән ҡайнар ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Киләсәктә лә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер теләйбеҙ.

   Динә Ғәйнелбаян ҡыҙының һуңғы йылдарҙа сыҡҡан түбәндәге китаптарын тәҡдим итәбеҙ. "Китап быуаты", "Нәширҙәр", "Милли китап" тип атала улар.

   Был баҫмалар нәшриәт хеҙмәткәрҙәре хаҡында, шулай уҡ "Китап" нәшриәтенең 100 йыллығы уңайынан сығарылған баҫмала тарихи байҡауҙар һәм башҡа мәғлүмәттәр  тупланды. Уларҙы нәшриәт магазиндарынан һатып алырға мөмкин.
10.09.2021

Возврат к списку