Ғүмерҙең алтын миҙгеле

  Ошо көндәрҙә башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре  докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры  Мирас Иҙелбаев үҙенең 75 йәшлек оло  юбилейын билдәләй.

  Тынғыһыҙ әҙәбиәтсе  өс йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмәт, күп кенә монографиялар, уҡытыу-методик әсбаптар һәм юғары уҡыу йорттары,  урта мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәр авторы. Уның фәнни эшмәкәрлеге боронғо һәм урта быуат төрки әҙәбиәтен, башҡорт халҡының  ауыҙ-тел ижадын, башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу теорияһын  өйрәнеүгә һәм уҡытыуға бағышланған. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы буйынса күп кенә дидактик эштәр алып бара, шулай уҡ  6 томдан торған монументаль «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның   авторҙарының береһе һанала.

  Мирас Хәмзә улы яҙыусы булараҡ та билдәле. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тарихын төплө өйрәнеп, уҡыусылар хөкөмөнә бай йөкмәткеле әҫәрҙәрен сығарҙы.

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан  «Китап» нәшриәте яҙыусының түбәндәге китаптарын тәҡдим итә:

  «Һайланма әҫәрҙәр»

   Йыйынтыҡҡа «Юлай улы Салауат» исемле тарихи роман-эссе, «Ҡыҙыл ҡарҙар» повесы, «Ноктюрн», «Аҡ сәскәле болон», «Ҡайтыу», «Ҡоштар китә», «Зәңгәр свитер», «Ағартылыр юлдар» хикәйәләре индерелде.

  «Юлай улы Салауат» роман-эссеһы – халҡыбыҙҙың милли геройы һәм шағир-импровизаторҙың тормош юлы, хәрби юлбашсылыҡ эшмәкәрлеге, ижады тураһында; «Ҡыҙыл ҡарҙар» повесы репрессия йылдары ҡорбандарына арнала; хикәйәләрҙең үҙәгендә – юғары әхлаҡ төшөнсәләре өсөн көрәшеүсе хәҙерге заман геройҙары.

  «Иҙел йорт»

  «Иҙел йорт» романының «Сәсән әйтмәй, кем әйтһен...» тип аталған икенсе китабында Башҡортостандың XVI быуат урталарындағы хәл-ваҡиғалар  сағылдырыла. Үҙәктә  -  ижады һәм ижтимағи эшмәкәрлеге заманының киҫкен һәм ҡатмарлы шарттарына  тура килгән атаҡлы  Ҡобағош сәсән образы.

  Китаптарҙы нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин.
07.12.2020

Возврат к списку