Ғүмер көҙөн ҡаршылап

Бөгөн күренекле башҡорт яҙыусыһы Нәжиә Игеҙйәнова үҙенең сираттағы юбилейын – 75-се ғүмер көҙөн ҡаршылай. Тормошсан, шул уҡ ваҡытта уҡыуға еңел, ҡай саҡта юмор менән һуғарылған хикәйәләре үҙенең ябайлығы, уҡымлы булыуы менән уҡыусыларҙы йәлеп итә.

Бөгөн авторҙың нәшриәттә донъя күргән һәм алда нәшер ителәсәк китаптары менән таныштырабыҙ. Беренсеһе “Һандуғас моңо” тип атала. Кескәй балалар өсөн ижад ителгән был китабында Нәжиә Заһир ҡыҙы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы батыр улдары тураһындағы, итәғәтле, уңған, аҡыллы малай-ҡыҙҙар хаҡындағы хикәйәләрен, ҡәҙимге тормош-көнкүрештән алып яҙылған әкиәттәрен һәм әкиәт-пьесаларын тәҡдим итә.

“Ҡиммәтле кейәү” исемле хикәйәләр йыйынтығы оҙаҡламай нәшриәттә донъя күрә. Автор был йыйынтығында сатирик һәм юмористик хикәйәләр, скетч, монологтар йәмғиәттәге йәмһеҙ күренештәрҙе, кешеләрҙәге етешһеҙлектәрҙе фашлай. Фәһемле, фәлсәфәле, көлкөлө әҫәрҙәрендә бәндәләрҙе мәғәнәһеҙ, тәрбиәһеҙ ҡәлбенә таянып тәнҡитләй.
Баҫмалар буйынса нәшриәт магазиндарына, шулай уҡ сайт аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
01.09.2021

Возврат к списку