«Ғүмерҙәр мәңгелек йәй түгел»

Ошо  көндәрҙә нәшриәтебеҙҙә  сатирик һәм юморист,  шағир, тәржемәсе, балалар яҙыусыһы Рәдиф Тимершиндың тыуыуына 75 йыл тулыу уңайынан  “Ғүмерҙәр мәңгелек йәй түгел” (“Гомерләр  мәңгелек жәй түгел”) исемле китабы донъя күрҙе. Был китапҡа авторҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән фәлсәфәүи, юмористик, сатирик шиғырҙары, поэмалары, мәҫәлдәре һәм шиғри телдә яҙылған  әкиәттәре тупланған.
Баҫма  бөгөндән нәшриәт магазиндарында һатыуҙа. Шулай уҡ  kitap-ufa.ru  рәсми сайт аша заказ биреп алдырырға мөмкин.
21.04.2022

Возврат к списку