Үҫмерҙәр өсөн фәһемле баҫма

Бөгөн иғтибарығыҙға билдәле яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Динис Бүләковтың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ижад иткән "Зәңгәр офоҡтар" исемле повестар йыйынтығын тәҡдим итәбеҙ.

Унда әҙиптең "Эҫе ҡар, йәки ҡыҙыма һөйләгән хикәйәләр", "Тыҡрыҡ башы - беҙҙең биләмә", "Упҡын ситендә бейеү", "Саған япраҡ яңырта" кеүек әҫәрҙәре тупланған.

Уҡымлы, ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс, фәһемле әҫәрҙәр береһен дә битараф ҡалдырмаҫ.Тормош тураһында фәлсәфә йөрөтөүсе, бәхәс ҡорорға  яратыусы үҫмер ҡыҙҙар-егеттәр, хатта өлкәндәр өсөн дә бик файҙалы булыр был баҫма. Алығыҙ, уҡығыҙ, тормош тураһындағы һорауҙарығыҙға яуап тапмай ҡалмаҫһығыҙ.
Китап нәшриәт магазиндарында һатыуҙа, сайт аша алдырыу мөмкинлеге лә бар.
10.02.2022

Возврат к списку