Үҫмерҙәргә йәнле шиғырҙар

Урта йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән "Ил гиҙә Илгизәр" тип аталған шиғри йыйынтыҡ донъя күрҙе. Ринат Шакирҙың балаларса ихласлыҡ бөркөлөп торған ижады үҙенә ылыҡтыра һәм ятлап алыуға ла еңел генә. Рәссам Хаят Йәрмөхәмәтованың һүрәттәре был баҫманы тағы ла йәнләндерә һәм ҡыҙыҡлы итә. Авторҙың тирә-яғыбыҙҙың матурлығын, тормоштағы ысынбарлыҡты, көн дә осрай торған хәл-ваҡиғаларҙы үҫмер бала күҙлегенән күрһәтеүе был китапты балаларға яҡынайта.
04.08.2022

Возврат к списку