Ҡөрьән - мосолмандарҙың иң ҡәҙерле, иң изге китабы

Үҙенсәлекле фәнни-фәлсәфәүи һәм хоҡуҡи әһәмиәткә эйә булған был ҡомартҡы Ислам динен тотҡан халыҡтар өсөн генә түгел, бәлки бөтә донъя мәҙәниәтенә һәм мәғрифәтенә бик ҙур йоғонто яһаған, тиңдәше булмаған әҫәр.

Йәшәү - үҙе көрәш, үҙе оло бер һынау. Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйткән: "Киләсәктә һеҙҙең алдығыҙҙа оло һынауҙар буласаҡ". "Ул һынауҙарҙы нисек итеп үтеп сығайыҡ?" - тип һоранылар. Пәйғәмбәребеҙ уларға яуап итеп: "Аллаһы Тәғәләнең китабы Ҡөрьән Кәримгә тотоноғоҙ. Унда һеҙҙән алда үткән өммәттәрҙең тарихы, арағыҙҙа булған мөнәсәбәттәрҙең ғәҙел хөкөмө бар. Ул - етди ҡанун, унда һис бер иғтибарһыҙ ҡалдырыла торған хөкөм юҡ. Ҡөрьәндән башҡа юл эҙләүселәр аҙашырҙар. Ул - Ҡөрьән Кәрим - Аллаһы Тәғәләнең ныҡ ебе. Унан һис бер ваҡыт ғалимдар туймаҫ. Ҡөрьән Кәримдең ғәжәйеп мөғжизәләре һис бер ваҡыт бөтмәҫ", - тине.

Ошо изге Китап һәр бер өйҙә, һәр көн уҡыла торған китап булһын!

Әлеге баҫмала Сәғүд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексы һәм уның хәҙерге башҡорт яңғырашына ярашлы транскрипцияһы һәм башҡортсаға тәржемә бирелгән.
02.01.2022

Возврат к списку