Әҫәрҙәре менән мәңгелек

  Башҡортостандың халыҡ  шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, яугир, халҡыбыҙҙың  данлы улы Мостай Кәримдең тыуыуына бөгөн 102 йыл. Әҙәбиәттең бөтә жанрында ла уңышлы ижад иткән, әҫәрҙәре халыҡ тарафынан яратып ҡабул ителгән бындай данлыҡлы ил улдары быуатҡа бер генә тыуа, тиһәк һис тә арттырыу булмаҫ. Үҙе китһә лә, әҫәрҙәре менән халыҡтың күңелендә мәңге тере ул.

  Шағирҙың ижадына ғашиҡ уҡыусыларыбыҙға авторҙың  түбәндәге китаптарын тәҡдим итәбеҙ. Уҡымлы, фәһемле, һәр уҡыусыһының күңеленә үтеп инерлек әҫәрҙәре кескәй балаларҙан башлап оло быуын вәкиленә тиклем тәғәйенләнгән. Һәр береһендә  тормош, уның асылы, фәлсәфәһе һәм башҡалар тураһында белергә, борсоған һорауҙарға яуаптар табырға мөмкин. Башҡортмон тигән һәр башҡорт әҙиптең  ижадын мотлаҡ белергә тейештер. Уларҙың һәр береһендә тормоштоң үткәне лә, бөгөнгөһө лә сағыла...

  Баҫмалар буйынса нәшриәт магазиндарына, шулай уҡ сайт аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
20.10.2021

Возврат к списку