Әҫәрҙәре менән мәңгелек...

  Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим, уның  ижадын белмәүселәр юҡтыр ул.  Бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары  кавалеры,  күренекле йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт халҡының данлы улы Мостай  Кәрим — донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индереп, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән. Үҙенең юғары әҙәби маһирлығы, таланты һәм юғары кешелеклек сифаттары менән халыҡ күңеленә үтеп инде.

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан  “Китап” нәшриәте шағирҙың “Әҫәрҙәр” йыйынтығының  XI  томын тәҡдим итә.

  Был китапҡа авторҙың төрлө йылдарҙа яҙылған очерктары, баһаламалары, ҡыҫҡа мәҡәләләре, хаттары индерелде.

  Китапты нәшриәттең фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин.
03.12.2020

Возврат к списку