"Ҡәрҙәшлек кәштәһе" серияһынан бик шәп китап!

Үткән йылдың һуңғы көндәрендә нәшриәтебеҙҙә тағы бер китап донъя күргәйне. Күрше Татарстан китап нәшриәтендә мөхәррир вазифаһын башҡарыусы яҡташыбыҙ, яҙыусы, шағир, драматург  һәм әҙәбиәт белгесе Ғәлимйән Ғилмановтан "Табылдыҡ хаттар" исемле йыйынтыҡ ул.

Ғәлимйән Ғилманов - хәҙерге татар прозаһында үҙ стилен, үҙ образдар донъяһын булдырған яҙыусыларҙың  береһе. Уның үҙенсәлекле геройҙары хыял менән ысынбарлыҡ сигендә йәшәй, шул уҡ ваҡытта улар ауыр, тетрәндергес яҙмышҡа дусар булһалар ҙа, үҙ идеалдарына, рухи ҡиблаларына тоғро ҡалалар.

Әлеге китапҡа яҙыусының уҡыусылар араһында популярлыҡ яулаған "Табылдыҡ хаттар", "Шартлау", "Яҙмыштың тыуған көнө", "Һағышың булһа, һыуға һал" исемле повестары һәм "Бөкрө", "Хоҙай бүләге", "Хаҡ", "Китек ай" тип аталған бәйәндәре ингән.

Хикмәтле лә, фәһемле һәм  уҡымлы әҫәрҙәр уҡығығыҙ киләме? Улайһа ҡыйыу рәүештә "Табылдыҡ хаттар"ҙы ҡулға алыу мөһим. Уларҙың һәр береһендә бәйән ителгән  хәл-ваҡиғалар уҡыусыларҙы үҙенә ылыҡтыра ғына бара, уҡыған һайын уҡығы килеп кенә тора.

Баҫманы нәшриәттең фирма
магазиндарынан, сайт аша ла һатып алырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!
14.01.2022

Возврат к списку