Һүрәтле карточкалар нәшер ителде

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә "Тәбиғәт һәм кеше" - "Природные явления" тип исемләнгән балалар өсөн үҫтереүсе һәм телде өйрәнеүҙә ҙур ярҙамсы булырлыҡ карточкалар донъя күрҙе.

Кескәйҙәр иллюстрациялы карточкалар ярҙамында йыл миҙгелдәрен, тәбиғәт күренештәрен һәм объекттарын белергә һәм атамаларын ике телдә әйтергә өйрәнәсәк.

И. Йосопова.
22.11.2022

Возврат к списку