Һүрәттәр аша телде өйрәнеү

Бәләкәс дуҫтарыбыҙҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен "Минең ғаиләм - Моя семья", "Баҡсала һәм урманда - В саду и в лесу" тигән исем аҫтында тупланған һүрәтле карточкалар менән ҡыуандырғайныҡ.
Ниһәйәт, "Сәскәләр һәм үҫемлектәр - Цветы и растения" исемлеһе лә бар хәҙер. Кескәйҙәр һүрәтле карточкалар ярҙамында тыуған яғыбыҙҙың урман-ҡырҙарында, баҡсаларҙа үҫкән сәскәләрҙе һәм үҫемлектәрҙе танып белергә, атамаларын ике телдә әйтергә өйрәнәсәк.
Матур һүрәттәр аша бала карточкаларҙа бирелгән атамаларҙы хәтерҙә ҡалдырыр. Дөйөмләштереүсе һүҙгә ҡараған һүрәттәрҙе айырып алғанда логик фекерләүгә, бәйләнешле телмәр үҫешенә күнекмәләр ҙә эшләнә.
13.01.2022

Возврат к списку