Һөйөнөслө хәбәр: яңы китап!

Эйе-эйе, китап уҡыусылар түҙемһеҙлек менән көтөп алған өр-яңы шиғырҙар йыйынтығы нәшриәтебеҙҙә донъя күрҙе! Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, билдәле журналист, шағир, тәржемәсе Дамир Шәрәфетдиновтың “Инйәр улы” исемле китабы ул. Баҫма эстәлеге йәһәтенән дә, тышҡы биҙәлеше яғынан да бик уңышлы һәм матур килеп сыҡҡан, шунда уҡ алып уҡығы килә. Унда шағирҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән патриотик, лирик һәм социаль шиғырҙары, фәлсәфәүи ҡараштарын сағылдырған поэмалары индерелде.

Дамир Молҡаман улы Шәрәфетдинов 1965 йылдың 29 майында Белорет районы Көмбә ауылында донъяға килә. Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, зоотехник булып эшләгән. Оҙаҡ йылдар «Йәшлек» гәзитендә, «Аманат», «Ағиҙел», «Шоңҡар», «Тамаша» журналдарында эшләй, тиҫтәләгән китаптар авторы.

Үкенескә күрә, талантлы журналист 2020 йылдың 21 февралендә баҡыйлыҡҡа күсте.

Баҫма нәшриәт магазиндарына һатыуға сығарылды, шулай уҡ сайт аша һатып алырға мөмкин.
27.01.2022

Возврат к списку