Һөйөнсө!

Һәр ата-әсә, өләсәй-олатай тормош гөлдәре, илебеҙҙең киләсәге булыр балаларға бәхет теләй. Бәхеткә илтер һуҡмаҡтарҙың тәүге аҙымдары биләүҙән үк һалына башлай. Баһалап бөткөһөҙ әсә һөтө, бишек йыры һәм яҡын дуҫ сабыйҙың хәтерендә уйылып ҡалып, ғүмере буйы оҙата барасаҡ.

Кескәйҙәр өсөн тап шундай дуҫҡа әйләнер баҫма яңы ғына тыуып тора. Төрлө яҙыусыларҙың балалар өсөн шиғырҙары тупланған "Батыр ҡуян" исемле ҡатырға китапты ҡулына алғас, бәләкәстәр, һүрәттәренә иҫе китеп, унда теҙелгән хәрефтәрҙең нимә тураһында икәнен белергә теләр. Күп тә үтмәй, был шиғырҙарҙы һеҙҙең арттан ҡабатлап, ятлап та ҡуйыр. Ошо баҫма кескәйҙәрҙең ҡулына алған тәүге китабы булыр һәм тиҙерәк уҡырға өйрәнергә әйҙәр, үҙенә тартып торған айырылмаҫ дуҫына әүерелер.
24.12.2021

Возврат к списку