Һөйөнсө! Балалар өсөн өр-яңы китап!

   Ошо көндәрҙә кескәй дуҫтарыбыҙ  өсөн  уҡытыусы, шағир Сәрүәр Ғәләүетдиновтың “Ыласындар төйәге” исемле шәп китабы донъя күрҙе.

  Сәрүәр Әбүталип улының был йыйынтығында  күберәк ҡыҙыҡлы һәм әүрәткес   шиғри йомаҡтар урын алған. Ҡыҫҡа, тиҙ генә хәтерҙә ҡалырлыҡ шиғырҙары  хатта ололарҙы ла битараф ҡалдырмай. Шундай ҡыҙыҡ һәм еңел итеп яҙылғандар – бер уҡыуҙа уҡ отоп алырға мөмкин. Ә бына “Сталинград” поэмаһынан өҙөктә  Еңеү өсөн көрәшкән яугир батырҙың һөйләгәндәре ҡаты һуғыш, уның эсендәге хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итә.

   Баҫма ошо  көндәрҙә нәшриәт магазиндарына һатыуға сыҡты. Шулай уҡ сайт аша заказ менән алдырыу мөмкинлеге бар. Рәхим итегеҙ!
20.09.2021

Возврат к списку