Һөйөнсө, яңы календарь!

Мәғлүм булыуынса, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә һәр йылға мосолман календарҙарын сығарыу изге бер традицияға әйләнде һәм уны уҡыусыларыбыҙ түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ошо көндәрҙә  2021  йылға Башҡортса дини календарь донъя күрҙе. Бөгөндән ул магазиндарҙа һатыуҙа, хаҡы 70  һум.
  Ислам дине ун дүрт быуаттан ашыу кешелек донъяһына илаһи нур, рухи аҙыҡ, изге ҡанун булып хеҙмәт итә. Ислам дине – мәңге һайыҡмаҫ, саф һәм пак рухи һәм ижади шишмә.  Бик күп йылдар дауамында  дини календарь бөйөк мираҫ, дин, иман, әхлаҡ һәм тәрбиәне халҡыбыҙ  күңеленә еткереүҙә  үҙенең ҙур өлөшөн индерә.
  Һеҙ ҡулығыҙға алған ошо календарь  йәштәр, ололар  өсөн дә файҙалы әсбап булыр тип өмөт итәбеҙ.
19.08.2020

Возврат к списку