Һөйөнсө, яңы пьесалар китабы!

  Ошо  көндәрҙә нәшриәтебеҙҙә халыҡ яҙыусыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нәжиб Асанбаевтың “Пьесалар” китабы донъя күрҙе. Мәғлүм булыуынса, ул  ижад иткән  әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтенең һәм театрының алтын фондына ингән  һәм республика театрҙары репертуарының йөҙөк ҡашына, тамашасыларҙың яратҡан спектаклдәренә әүерелгән.

   Авторҙың  тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы  сығарылған был китабына  “Беҙгә егеттәр килде”, “Рәйсә”, “Фәйзи”, “Зәйтүнгөл”, “Яралы яҙмыш”, “Ҡыҙыл Паша”, “Миләш-Миләүшә” исемле  сәхнә әҫәрҙәре тупланды.

  Китапты нәшриәттең фирма магазиндарынан, сайт аша һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246 09 55.
16.12.2021

Возврат к списку