Яңы календарь

    Китап уҡыусыларыбыҙ өсөн сираттағы һөйөнөслө хәбәребеҙҙе еткерәбеҙ – ниһайәт, ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә киләһе 2021 йылға йыртмалы календарь донъя күрҙе.

    “Башҡортостан календары” нда төрлө даталар, Рәсәй, республика байрамдары, профессиональ, дини көндәр, күренекле шәхестәрҙең юбилейҙары яҡтыртыла. Ҡояш менән Айҙың сығыу һәм байыу ваҡыттары, Айҙың фазалары күрһәтелә. Календарь тарих, сәнғәт, мәғариф , медицина, спорт буйынса ҡыҫҡа мәҡәләләр, файҙалы кәңәштәр, башватҡыстар, шиғырҙар, мәҡәл-әйтемдәр, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән байытылды. Баҫмала башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре һәм улар хаҡында башҡа мәғлүмәттәр ҙә бирелә. Төрлө рецепттар һәм башҡа кәңәштәр уҡыусыларыбыҙ өсөн бик файҙалы булыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

   Йыртмалы календарь киң аудиторияға тәғәйенләнгән. Уны беҙҙең магазиндарҙан бөгөндән һатып алырға мөмкин. Рәхим итегеҙ!
21.09.2020

Возврат к списку