Аҫабалар рухы

  Билдәле шағирә, журналист,  Шәһит Хоҙайбирҙин һәм башҡа премиялар лауреаты, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире  Лариса Абдуллинаның ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә сираттағы китабы донъя күрҙе - «Аҫабалар рухы» тип атала ул.

  Китапта шағирәнең  һуңғы йылдарҙа  ижад ителгән  шиғырҙары, поэмалары тупланған. Әҙәбиәтселәр билдәләүенсә, уның ижадына сағыу образлы тел, ихласлыҡ, тәрән фекерләү, халыҡсанлыҡ хас.
  Шиғырҙарында  авторҙың тыуған ергә, иленә мөхәббәте сағыла.  Халыҡҡа әйтәсәк һүҙҙәрен шиғырҙары аша ҡыйыу һәм асыҡ еткерә алған.

  Китап бөгөндән беҙҙең магазиндарҙа һатыуҙа. Хаҡы 150 һум.
29.09.2020

Возврат к списку