“Аҫабалар рухы”

Билдәле шағирә, журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм башҡа премиялар лауреаты, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаның  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Аҫабалар рухы» китабын тәҡдим итәбеҙ.

Китапта шағирәнең һуңғы йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары тупланған. Әҙәбиәтселәр билдәләүенсә, уның ижадына сағыу образлы тел, ихласлыҡ, тәрән фекерләү, халыҡсанлыҡ хас.
Шиғырҙарында авторҙың тыуған ергә, иленә мөхәббәте сағыла. Халыҡҡа әйтәсәк һүҙҙәрен шиғырҙары аша ҡыйыу һәм асыҡ еткерә алған.
18.04.2022

Возврат к списку