Аҫылғужа Баһумановтың тыуыуына 75 йыл

  Бөгөн шағир, прозаик, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Аҫылғужа Ишемғужа улы Баһумановтың тыуыуына 75 йыл (20 октябрь 1945 йыл — 25 февраль 2005 йыл).

  1945 йылдың 20 октябрендә Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында тыуа. Тыуған ауылында ете класс тамамлағас, Темәс урта мәктәбендә уҡый. Унан һуң ошо уҡ райондың Ишмырҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Күп йылдар «Совет Башҡортостаны» газетаһы редакцияһында бүлек мөдире булып эшләй. 1990 йылдың апрелендә Аҫылғужа Баһумановты «Китап» нәшриәте директоры итеп һайлайҙар. 1994 йылдан ул Сибайҙа төбәк яҙыусылар ойошмаһына етәкселек итә. Һуңынан «Китап» нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.

  Аҫылғужа Баһумановтың һәләте башта журналистика өлкәһендә нығыраҡ күренә. Ул республика матбуғатында очерктар, публицистик мәҡәләләр баҫтыра. Уның «Ҡояшлы таң», «Боҙҙар аҡтарылғанда» исемле шиғри йыйынтыҡтары донъя күрҙе. Уның бик күп проза, шул иҫәптән балалар өсөн әҫәрҙәре лә билдәле.

  Ошо көндәрҙә Аҫылғужа Ишемғужа улының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап»  нәшриәтендә «Әҫәрҙәр, I  том»  китабы донъя күрәсәк .Уҡыусылар авторҙың әҫәрҙәре менән ошо китап аша  таныша аласаҡ.
20.10.2020

Возврат к списку