
Һағыш ниндәй була?
Һағыштар ул көтмәгәндә килә,
Һағышмы ни һуң ул гел көткәс?
Тауҙа ятҡан ҡарҙар ҙа бит, бәлки,
Моңаялыр ирер саҡ еткәс...
Ҡайсын Кулиевтың "Яралы таш" исемле шиғри йыйынтығы башҡорт теленә яҙыусы Назар Нәжми тәржемәләгән. Бында бирелгән шиғырҙар улар менән танышҡанда ябай күренһә лә, үҙ эсенә тормоштағы ҡатлаулы һәм бормалы юлдарҙы, хис-тойғоларҙың тәрән кисерештәрен күрһәтеп бирә.
04.04.2022