Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 135 йыл

Апрель айы тәбиғәттең ҡышҡы йоҡонан уяна ғына башлаған мәле. Яҙ... Ҡояш... Шиғриәт... Тап ошо айҙа шағир Ғабдулла Туҡай тыуған да инде.

  Әҙәби тәнҡитсе, публицист, тәржемәсе, яңы заман татар әҙәбиәтенә һәм әҙәби теленә нигеҙ һалыусы Ғабдулла Мөхәмәтғариф улы үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмер юлында онотолмаҫ әҙәби мираҫ ҡалдыра. Уның ижады әлеге көндә лә популяр, шәхесенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта ғына бара.

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә донъя күргән "Ашҡынамын мәңгелеккә" исемле шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы үҙ уҡыусыларын көтә.
27.04.2021

Возврат к списку