Ғафуриға барабыҙ!

16 сентябрь сәғәт 12:00-дә Ғафури районының Красноусол ауылында Коммунистик урам, 14/1 һанлы йортта урынлашҡан Мәҙәниәт һарайында КИТАП байрамы уҙа..

Был сарала Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте күргәҙмә-йәрминкә менән ҡатнаша. Бында балалар өсөн сағыу баҫмалар, тыуған яҡтың, аҫаба халыҡтарҙың йәшәйешен сағылдырған, популяр һәм классик әҫәрҙәр менән танышырға була. Йәнегеҙ теләгән китаптарҙы алырға мөмкинлек бар.

Рәхим итегеҙ!
14.09.2022

Возврат к списку