Ноғман Мусиндың "Алдар батыр" романы

Үҙ халҡыңдың тарихын белмәй тороп, бөгөнгө йәшәйешкә дөрөҫ йүнәлеш биреү, киләсәкте күҙаллау мөмкин түгел. Тарихта булып үткән азатлыҡ өсөн көрәш дауылдары хаҡында әле күпте белеп тә бөтмәйбеҙҙер. Өйрәнергә, эҙләнергә. Был темаға күберәк уҡыу файҙаға ғына.

Үҙенең халҡы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер, ныҡлы ихтыяр көсө булған, рухлы һәм айбар шәхестәребеҙ тормошо һәм батырлыҡтары күп осраҡта иғтибарҙан ситтә ҡала. Өйрәнелгәндәре хаҡында ла мәғлүмәт тулы түгел.

Һеҙҙең иғтибарға мәшһүр яҙыусы Ноғман ағай Мусиндың "Алдар батыр" исемле китабын тәҡдим итәбеҙ. Илһөйәр башҡорт батыры, күренекле тарихи
шәхес, йәмәғәт эшмәкәре, 1704-1711 йылдарҙағы ихтилалдар етәксеһе - халҡыбыҙҙың бөйөк улы образы һүрәтләнгән был  роман һәр башҡорт өсөн ҡәҙерле һәм яратҡан баҫма булыр.

Кем ул Алдар Иҫәкәев? Яҙмышы ниндәй уның? Ошолар хаҡында Ноғман ағай Мусиндың ун йыл! ғүмерен биргән баҫмаһы аша танышырға мөмкинлек бар.

"- Ултырығыҙ, полковник. Был кешене таныйһығыҙмы?
- Таныйым, генерал әфәнде. Алдарбай Иҫәкәев, Бөрйән волосының старшинаһы. Беҙ уның менән Рәсәйҙең Кесе Йөҙҙәге илселегендә булдыҡ.
- Уның шул саҡтағы эшмәкәрлеге тураһында һөйләгеҙ...
- Иҫәкәевтең илселеккә ниндәй маҡсат менән барыуын мин һуңғараҡ аңланым, - тип һөйләй башланы Тәвкилев...

Дауамын китаптан уҡып белерһегеҙ.
10.08.2021

Возврат к списку