Ғалимдан – матур шиғырҙар китабы
#Балаларға_каникулда рубрикаһын дауам итеп, “Мәктәп китапханаһы” серияһынан нәшриәтебеҙҙә донъя күргән сираттағы китап менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан тәҡдим ителде.
Билдәле ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог Әлфис Ғаязовтың “Аҡ тирәк, күк тирәк” исемле китабы ул.
Шиғырҙары уҡымлы, матур эстәлекле һәм еңел генә иҫтә ҡалыуы менән айырылып тора. Балалар психологияһын, уларҙың фекерләүен аңлап, ижады аша тел байлығын һүрәтләй, Тыуған илгә һөйөүен еткерә автор. Уларҙа шаянлыҡ та, донъяны танып, аңларға тырышыу, ололарға хөрмәт менән ҡарау, тәбиғәткә мәрхәмәтле булыу һәм башҡа тәрбиәүи алымдар сағыла. Баҫмалағы ҡыҙыҡлы сюжеттар кескәйҙәргә генә түгел, ололарға ла оҡшарына тамсы ла шик юҡ. Балалар менән бергә был шиғырҙарҙы уҡып, йылдар артында ҡалған бала саҡ иленә әйләнеп ҡайтырһығыҙ, хәтирәләрҙе яңыртып, үҙегеҙгә яңы асыштар яһарһығыҙ.
Китап нәшриәттең фирма магазиндарында һатыуҙа, шулай уҡ сайт аша заказ менән алдырырға мөмкин.

30.06.2021