Атылған сағыу йондоҙ...

  Башҡортостан телевидениеһы һәм "Юлдаш" радиоһы тапшырыуҙарының алып барыусыһы Әхәт Мотаһар улы Мортазин беҙҙең йөрәктәрҙә атылған сағыу йондоҙ булып һаҡлана...

  Тамашасыһы, тыңлаусыһы бай телмәрле, оло йөрәкле, рухлы, ысын мәғәнәһендә ил улын уның уникаль, ҡабатланмаҫ тауышынан уҡ таный.

  "Ашҡына ғүмер..." тип  аталған баҫма (төҙөүсеһе Т. А. Үлмәҫбаева) Әхәт Мортазин менән  яҡынданыраҡ танышырға мөмкинлек бирә. Уның шәхесенә, ижадына, тормошона ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра.

  Замандашыбыҙҙың ялҡынлы ғүмер юлындағы ижад емештәре, уйланыуҙары, фекерҙәре; үҙе иҫән сағында уның хаҡында матбуғат биттәрендә баҫылған мәҡәләләр; туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәренең иҫтәлектәре һәр уҡыусының йөрәгенә барып етер.
07.05.2021

Возврат к списку