Автограф көнө булды

Бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең фирма магазинында "Автограф көнө" үтте. Бындай осрашыуҙар китап уҡыуҙы популярлаштырыу һәм "Китап" нәшриәтендә донъя күргән өр-яңы баҫмалар менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе таныштырыу маҡсатында әленән-әле уҙғарылып тора. Әлеге сарала шағирә Гөлнара Хәлфетдинованың "Бәхет һурпаһы", рус телендә ижад итеүсе прозаик Елена Чумакованың "Һайрар һандуғас илендә", юмор оҫтаһы Венер Исхаҡовтың "Шәп күстәнәс", Дилбәр Булатованың әлеге көндә популяр яҙыусы тормошон сағылдырған "Наза", филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡасҡынованың "Һәҙиә Дәүләтшина. Ижади мираҫы. Хәтирәләр. Документтар" исемле китаптарының исем туйы булды.

Сараны Өфө Фән һәм технологиялар университеты студенты Зилиә Сафинаның йырлауы һәм ҡумыҙ сиртеүе тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.

"Автограф көнө"нә килгән һәр кем: яҙыусы ла, китап уҡыусы ла был байрамдың күңелгә ятышлы әңгәмә, әлеге көндә бер йылылыҡ сығанағы булыр, йәшәү көсөн арттырыр дарыу булыуын белдерҙе. Авторҙар менән күҙмә-күҙ осрашып, уның ижадына, китабына һәм, ғөмүмән, әҙабиәткә ҡағылышлы тыуған һорауға яуап алды әҙәбиәт һөйөүселәр.

Яҙыусылар ҡулынан автографлы китап алыу үҙе үк бер матур күренеш тыуҙырҙы. Китаптарҙың исем туйынан рухи аҙыҡ һеңдереп, матурлыҡ иленә сәйәхәт ҡылып, күңелдәре яңырып ҡайтты беҙҙең ҡунаҡтар.

И. Йосопова.
25.11.2022

Возврат к списку