Авторҙан – бала саҡ иленә сәйәхәт

  Беҙҙең быуындың бала сағы әҙәби әҫәрҙәр уҡыу менән аралаш үтте. Яңы һәм ят китап ҡулға килеп эләктеме, уҡып бөтмәйенсә ҡулдан төшөрөү юҡ ине. Айырыуса башҡорт яҙыусыларының ябай халыҡ тормошон һүрәтләгән әҫәрҙәре иғтибарҙы күберәк үҙенә йәлеп итте. Ундай баҫмаларға, шөкөр, бөгөн дә ҡытлыҡ юҡ. Нәшриәтебеҙҙә әленән-әле матур, фәһемле һәм дә уҡыусылар яратып уҡыған баҫмалар донъя күреп тора. Шуларҙың береһе - уҡытыусы, яҙыусы, журналист Земфира Аҡбутинаның “Иҙел ҡыҙы” исемле китабы.

  Йыйынтыҡ дүрт бүлектән тора. Мәктәп йәшендәгеләрҙе автор күп кенә матур шиғырҙары менән һөйөндөрә. Уларҙы балалар төрлө сараларҙа, дәрес ваҡытында ҡуллана ала.

  Өсөнсө һәм дүртенсе бүлектәр тәүге икәүһенән айырыла. Автор өсөнсө бүлектә балаларҙан ишеткән ҡыҙыҡлы хәбәрҙәрҙе хикмәтле хикәйәләр итеп тасуирлай, әкиәт итеп яҙа. Ә һуңғы бүлек иһә «Иҙел ҡыҙы» тип аталған автобиографик повесты эсенә ала. Повесть 22 хикәйәнән тора, һәр хикәйәгә исем бирелә.

  Фәһемле, уҡымлы һәм матур был китапты нәшриәт магазиндарынан һатып алырға, шулай уҡ сайт аша заказ бирергә мөмкин.
09.11.2021

Возврат к списку