Авторҙан яңы китап

Шиғриәт һөйөүселәребеҙгә сираттағы ҡыуаныслы хәбәребеҙҙе еткерәбеҙ – оҙаҡламай Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә күренекле яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсих Ханнановтың “Бүтән донъя”(“Бүтән донья”) исемле китабы нәшер ителә.

Авторҙың был баҫмаһына төрлө йылдарҙа яҙылып, әле бер ҡайҙа ла донъя күреп өлгөрмәгән шиғырҙары, робағиҙары урын алған. Китап тиҙҙән һатыуға сығасаҡ.
24.08.2021

Возврат к списку