Ҡайынлыҡ - малайҙар төбәге
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт, М. Аҡмулла исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Факил Мырҙаҡаевтың юбилейы уңайынан ошо көндәрҙә «Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге», исемле китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡ уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителгән «Аҡтүш-пират һәм Рөстәм менән Марат» «Ҡайынлыҡ – малайҙар төбәге» повестарынан һәм хикәйәләрҙән тупланды.
Яҙыусы әҫәрҙәрендә замана үҫмерҙәрен сағылдыра, тормошон, уларҙың холоҡ-фиғеле, кисерештәре, эш-шөғөлдәре, уйындары аша мауыҡтырғыс итеп еткерә алған. Улар – ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта һәр береһенең фекере бар, зирәк һәм тапҡыр,тырыш һәм сос малайҙар-ҡыҙҙар.
Китап бер тынала уҡып сығыла.
Баҫма ошо көндәрҙә беҙҙең магазиндарҙа һатыуға сығасаҡ.

09.09.2020