Бөгөн - Бөтә донъя театр көнө


Театр кейем элгестән башлана, тиһәләр ҙә, театр йәшәһен өсөн ҡыҙыҡлы спектаклдәр ҡуйылыу, ә тамашасы һөйөүен яулар сәхнә әҫәрен тыуҙырыу өсөн иң тәү сиратта юғары кимәлдәге пьеса яҙған көслө ҡәләм оҫтаһы талап ителә. Был жанрҙа ижад итеүсе авторҙар күп түгел. Әйтер һүҙебеҙ күренекле яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбай тураһында.

Нәшриәткә килгән яҙыусылар беҙҙең өсөн яҙҙың тәүге нурҙары кеүек - һөйөнөслө, шул уҡ ваҡытта тулҡынландырғыс минуттар бүләк итә. Драматург Наил Ғәйетбай менән осрашыу иһә һөйөнөс менән бергә, фәлсәфәүи уйҙарға ла этәрҙе. Наил Әсхәт улы үҙе ижад иткән саҡта айырыуса иғтибарға лайыҡ мәлдәренең береһе хаҡында һөйләне. Һәр яңы ижад емеше уның ғаилә ағзаларының иғтибары аша үткән. "Балалар яҙылып ятҡан әҫәрҙе ҡулдан ала һалып уҡый торған булды", - ти автор.
Наил Ғәйетбай үҙенең "Һайланма әҫәрҙәр" исемле йыйынтығы хаҡында уҡыусыларыбыҙға бына нимәләр бәйән итте
27.03.2022

Возврат к списку