Бөгөн Бөтә донъя яҙыусылар көнө

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте яҙыусы һәм әҙәбиәт һөйөүселәрҙе бер-береһенә тоташтырыусы күпер булып, китаптар тыуҙырған изге йорт. Ошо көндә бар авторҙарҙы тәбрик итәбеҙ. Илһам ҡанаттары ҡағып торһон, ҡәләмдәрегеҙ һәр саҡ эштә булһын, ижад емештәре китап булып етешеп, уҡыусыларығыҙ тарафынан алҡыштар менән ҡаршы алынһын, һаулыҡ, дәртләнеп яҙырға теләк булып торһон, тип теләйбеҙ! Беҙ Һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ һәм ошондай яҙыусыларыбыҙ булыу менән ғорурланабыҙ.
03.03.2022

Возврат к списку