Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай үҙенең 80 йәшен билдәләй

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм әҙәби премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев 1941 йылдың 1 сентябрендә тыуған.

Иғтибарығыҙға шағирҙың нәшриәттә күптән түгел донъя күргән “Тамырҙар һәм олон” исемле китабын тәҡдим итәбеҙ.

Ҡәҙим Аралбайҙың был баҫмаһына илле биш йыл буйына яҙған публицистикаһының бер өлөшө һәм бер нисә хикәйәһе тупланды.

Китап нәшриәт магазиндарында күптән һатыуҙа, шулай уҡ сайт аша заказ менән алдырырға мөмкин.
01.09.2021

Возврат к списку